Мәҙәниәт
22 Февраль 2023, 06:00

Ауыл хәбәрҙәре

21 февраль көндө Түбәнге Әрмет ауыл китапханаһында ауылдаш яҙыусы, публицист, тәржемәсе Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған "Ул халыҡ хәтерендә йәшәй" тип аталған әҙәби кисә уҙғарылды. Кисәгә яҙыусының һеңлеһе Разия Сәлимгәрәй ҡыҙы ла саҡырылғайны.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Разия апай үҙенең ағаһы тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашты. "Яҡты эҙе, яҡшы эше ҡалды" тигән темаға доклад менән Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, уҡытыусы пенсионер Наилә Минебай ҡыҙы Байбулдина сығыш яһаны. Ветерандар советы рәйесе Йәмилә Нәғим ҡызы ла иҫтәлектәр менән бүлеште. Кисә барышында шулай уҡ Фәниә Латыйп ҡыҙы менән Әмир Сәлимгәрәй улы яратып башҡарған "Имәндәр шаулай" йырын Миләүшә Хисамова башҡарҙы.

Әмир Сәлимгәрәй улы диңгеҙ флотында 5 йыл хеҙмәт иткән. Ул бер-бер артлы матрос, старшина, мичман, кесе лейтенант званияларын ала. Әмир ағай бейергә лә яратҡан. Элек матрос булып хеҙмәт иткән ағайыбыҙҙы хөрмәтләү йөҙөнән Усманова Регина башҡарыуында моряктар бейеуен тамашасылар яратып ҡабул итте. Миләүшә Мирхәйдәрова шағир, элекке матрос Ирек Кинйәбулатовтың Әмир ағайҙы һағынып яҙған "Тоям һине һәр саҡ эргәлә" тигән шиғырын тулҡынланып һөйләне. Уның шиғырында түбәндәге юлдар бар ине:

Һин дә моряк булған өсөн микән
Тәү күреүҙән тотош аңланым.
Һин дә мине ағай тиҙ танының
Туғаныңдай күреп һанланың.

Яҙыусының ҡатыны Фәниә апай Латыйп ҡыҙы операларҙан арияларҙы ла, халыҡ йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡарған. Әле лә: "Әмир ағайығыҙҙы юҡһынған мәлдәремдә уның яратҡан йырҙарын йырлап, күңелемде баҫам", ти ул. Шуны иҫкә алып "Әхирәттәр клубы" ағҙалары Әмир ағай Гәрәевтың яратҡан йыры "Хәтирә"не ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.

Яҙыусының ижадына арналған китаптар күргәҙмәһен дә кисәлә ҡатнашыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Китапханала уҙғарылған ауылдашыбыҙ, яҙыусы Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәевтың тормошо һәм ижад юлына арналған кисә ҙур уңыш менән тамамланды.

 

Фото: https://vk.com/armet_biblioteka

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Түбәнге Әрмет ауыл китапханаһы.
Читайте нас