

Ултыр әле, балам, йәнәш,
Ҡосаҡлайым!
Ел-ямғырҙан, ҡазаларҙан
Ышыҡлайым.
Һөйлә әле хәлдәреңде,
Еңеләйер,
Доғаларым баш осоңа
Сатыр йәйер.
Һөйләмәһәң, һөйләмә, тик
Бул янымда,
Һинең өсөн борсолоуым
Аң - ҡанымда.
Изге күңелле, һин балам –
Сәләмәтһең!
Яҡындарың бар яныңда –
Һин кәрәкһең!
Бер ҡосаҡлап яратайым
Әле, балам...
Имен йөрө! Һиңә бәхет
Теләп ҡалам.
Фото: https://unsplash.com/