

-Инәй, инәй, ни төйәһең?
-Тел-теш төйәм, им-том итәм,
Яңы бәхет, ҡот яңыртам,
Тел-теш һине баҫмаҫ бүтән!
Ямандың тотҡарлап телен,
Уйҙарының бороп осон,
Тел-теш төйәм, тел-теш ҡырҡам,
Ҡарғыш-ғәйбәт елгә осһон.
Ете төҫлө епте һайлап,
Ҡырҡ бер тапҡыр төйәм төйөн.
Әпсен, доғаларым әйтәм,
Йәнең тыныс булһын, тием.
Әпсен әйтеп, һиңә тағам,
Тыныс булһын тирә-яғың.
Тел-тештәрҙән арынырһың,
Ҡайтыр матур, һап-һау сағың.
- Инәй, инәй, нимә ҡырҡаң?
- Тел-теш бөтһөн, китһен яман.
Ҡырҡ бер төйөн ҡырҡып тағы,
Ҡырҡындыһын утҡа яғам.
Утҡа яғам, көл итәмен,
Яҙлыҡһын да китһен юлы.
Тел-теш ҡырҡҡан минең түгел,
Ғәйшә-Фатиманың ҡулы.
Фото: https://unsplash.com/