Туған кеүек яҡын була
Татыу булһа күршеләр.
Тормош үрҙәрен үткәндә
Бик кәрәкле кешеләр.
Күрше менән күрше татыу
Йәшәүе кәрәк бит ул.
Күҙ-ҡолаҡ та йорт-ереңә,
Эштә лә терәк бит ул.
Күрше хаҡы — тәңре хаҡы,
Ололар белеп әйтә.
Хәл-әхүәлде белешеп
Күршеләр донъя көтә.
Йомош-йүнең тик уларҙа,
Уртаҡ уйҙар, уртаҡ сәй.
Һөйләшеп һүҙҙәр ҙә бөтмәй,
Бер самауыр етмәй сәй.
Өмә, ҡунаҡтар бергәләп,
Балалар бергә үҫә.
Күрше менән татыу йәшәү
Беҙҙән уларға күсә.
Куршеңдән уңған икәнһең —
Һин бәхетле тормошта.
Бары бергә, юғы уртаҡ,
Иңдәр — иңдә, ҡул — ҡулда.
Ауырлыҡтар еңел кеүек
Татыу булһа күршеләр.
Туған кеүек кәрәк бит ул
Күршеләге кешеләр.
+24 °С
Ямғыр



