

Сараны үткәреүҙә Урман-Бишҡаҙаҡ ағинәйҙәре ҙур тырышлыҡ һәм көс һалды. Байрамға Смаҡай, Яр-Бишҡаҙаҡ, Ҡарайған ауылдарынан һәм Иҫке Ишембайҙан ағинәйҙәр ҡунаҡҡа килеүе тағы ла мәртәбә өҫтәне.
Ағинәйҙәр үҙ эштәре менән йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, киләсәк быуында милли рух, тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнай. Иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәйҙәрҙең күңелдәре лә саф, уй-ниәттәре лә изге. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме - яулыҡтың атамаһы нисек килеп сыҡҡан, йәшенә ҡарап ниндәй яулыҡтар ябыныуҙары хаҡында һәм яулыҡҡа бәйле төрлө тарихи ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп үттеләр. Халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларына бәйләп яулыҡтың ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген аңлаттылар. Шулай уҡ боронғо шәлъяулыҡтарға арнап конкурстар, викториналар үткәрелде. Яулыҡтарҙы заманса бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо.