Мәҙәниәт
15 Февраль 2023, 14:19

Ауыл хәбәрҙәре

Маҡар мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы һәм Иҫәкәй ауыл клубы менән берлектә парлы йәшәгән ғаиләләр өсөн матур кисә ойошторолдо.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Саҡырылған ҡунаҡтар үҙ-ара төрлө ярыштарҙа ҡатнаштылар: ғаилә ҡаҙнаһына аҡса ла һалдылар, бәпес тә төрҙөләр, ғаилә темаһына мәҡәл төҙөнөләр, дартс бәреп йөрәккә уҡ та аттылар, башҡа төрлө ярыштарҙа ла ихлас ярыштылар. Ғаиләләрендә булған ҡыҙыҡлы тарихтарҙы ла һөйләп ишеттерҙеләр.

Гармунсылар Әбүзәр Көмөшбаев, Рәфис Ильясов һәм баянсы Биктимер Мәҡсүтовтарға ҡушылып ретро йырҙар йырлашып, бейеп күңел астылар.

Байрам сараһы бергәләп тәмле итеп сәй эсеп, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Татыу ғаилә - ил күрке, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит, ауылыбыҙҙа ла матур, татыу парлы ғаиләләр етерлек. Барығыҙға ла парлы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
 
 
Фото: https://vk.com/makarsdk
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас