

Яҡын ала инем күңелемә,
Элегерәк, ғәйбәт һүҙҙәрҙе.
Ул саҡтарҙа уйлай инем, әллә
Рәнйетемме тип кешеләрҙе!?
Юҡ, дуҫтарым, күңелем һәр ваҡыт
Изгелектә, ярҙам итеүҙә.
Тик кешеләр ныҡ үҙгәрҙе... Ниңә?
Тупаҫ, ҡоро, сит бер-беренә.
Һин шатланһаң, һине күрә алмай,
Таныш-белеш һинән ситләшә!
Ауырлыҡтар килһә әй ҡыуана,
Яуызлығы һыймай эсенә!
Абынһам да, инде төҙ барырға,
Өйрәндем мин йәшәү тәртибен.
Шатлыҡтарым, ҡайғыларым булһа
Бер кем белмәй, һөйләп йөрөмәйем.
Уҫал йөҙҙәр күрһәм, сәләм бирәм,
Хоҙай үҙе тигеҙләр белеп.
Көтһәләр ҙә, һыныр әле бер, тип,
Сер бирмәйем, йөрөйөм тик көлөп.
Яҡындарым янда, туғандарым
Дуҫ-татыуҙар, гөрләп йәшәйбеҙ.
Тағын ниҙәр кәрәк был донъяла?
Һау -сәләмәт, сабыр булайыҡ беҙ!
Фото: https://unsplash.com/