Мәҙәниәт
6 Февраль 2023, 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

3 февраль көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда балалар ҡатнашлығында "Нардуған байрамы" үтте.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Был байрам 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем үткәрелә. Төп маҡсат - балаларға халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү. Ошондай милли байрамдар үткәреп беҙ үҙ теләгебеҙгә ирешеп барабыҙ.

Балалар ҡышҡы Нардуғандың ҡасан, ниндәй маҡсат менән үткәрелеүен, ниндәй уйындар уйналғанын белде, ҡыш тураһында йомаҡтар систе, мәҡәл-һынамыштар әйтте, "Нар-нар, нарына, бәхет бирһен барына!" тип теләктәр теләне, уйындар уйнап күңел асты. Иң һуңынан иһә байрам бутҡаһынан ауыҙ итеп, ҡоймаҡлап сәй эсеп, тышта ла уйындар уйнап таралыштылар.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас