Бәхетлемен, тиеп йәшә ерҙә,
Бәхет бит ул тыныс таң атыу!
Йән һөйгәнең менән ғүмер итеү,
Үҙ балаңды үҙең яратыу!
Бәхет эҙләп үрһәләнгән кеше
Бәхеткәйен таба аламы?
Шуның өсөн уттар-һыуҙар кисеп,
Тамуҡ уттарында янамы?..
Миңә ҡалһа, ерҙә йәшәү бәхет -
Тик шатлыҡтар менән таң атһын!
Хәйерленән булһын килер көндәр,
Әжерҙәрен яҙһын сауаптың!
Иҫән-аман булһын яҡындарым,
Ҡайғыларһыҙ ғүмер кисәйем!
Үҙ аяҡтарымда ерҙән атлап,
Иман менән генә китәйем...
Көнсөл йәндәр, әйҙә, көнләшһендәр -
Үҙем булып ҡалам һәр ваҡыт!
Үҙ аҡылым, аныҡ маҡсат менән
Йәшәр өсөн тыуҙым, йәм табып!
Байлыҡ, тиеп күҙем тондормайым -
Донъя малы илтмәй йүнлегә!
Үҙ көнөмдө үҙем күрһәм ине,
Ҡалдырмаһын кеше көнлөгә...
Мин йәшәйем икән, тимәк, бәхетлемен,
Балаларым иҫән-һау булһын!
Иманымдан берүк айырмаһын,
Рухи донъям бәхеткә тулһын!
Һәр көн һайын тыныс таң тыуһын!
+24 °С
Ямғыр



