Мәҙәниәт
4 Февраля 2023, 12:00

Мин бәхетле, эйе бик бәхетле...

.

Мин бәхетле, эйе бик бәхетле...Мин бәхетле, эйе бик бәхетле...
Мин бәхетле, эйе бик бәхетле...

Мин бәхетле, эйе бик бәхетле.
Бәхетһеҙ тип уйлай күрмәгеҙ.
Минең хаҡта минән артыҡ белеп,
Әллә нәмә һөйләп йөрөмәгеҙ.
Мин әүлиә түгел, ябай кеше.
Барҙыр, бәлки, насар яҡтарым.
Кеше ни әйтер тип, ҡурҡып тормайым,
Уҙған инде ундай саҡтарым.
Миңә кәрәк, миңә булһын тиеп,
Тартып алмайым кеше өлөшөн.
Булғанына шөкөр итә беләм,
Хоҙай бирә миңә тейешен.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:М. Исмагилова
Читайте нас