Түшелдерек эшләү серҙәрен өйрәнергә этҡолдарҙан тыш Аҙнай, Бәләкәй Мәҡсүт ауылдары ҡатын - ҡыҙҙары, хатта Күгәрсен районынан Райхана апай Ибраһимова ла килеп еткәйне.
Башҡорт милли биҙәүестәре башҡорт халҡының эстетик ҡарашын сағылдырған, талисман, күҙ тейеүҙән һаҡлаусы булып хеҙмәт иткән, ҡайһы ырыуға ҡарауын белдергән, ғаилә статусының күрһәткесе булған. Түшелдерек тығыҙ туҡыманан яһалған, уға мәрйен, ҡортбаш, тәңкәләр, сылбырҙар, ҡыңғырауҙар теккәндәр. Уларҙан төрлө биҙәктәр йыйылған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре өсөн материалдарҙы һайлау уларҙың тылсымлы үҙенсәлегенә ышаныу менән бәйле. Көмөштөң һаҡлау, сафландырыу көсө бар, уның ялтырауығы һәм сыңлауы – яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу һәләтенә эйә, тип ышанғандар. Китапханала уҙған был сарала Ишембай оҫталары беҙҙең ерлектәге, Юрматы ырыуы түшелдеректәрен эшләргә өйрәттеләр. Оҫталыҡ дәресе ҡатнашыусыларға милли мәҙәниәт менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирҙе.