

Һағыныуҙарым сиктән ашҡан саҡта,
Һағынғанда һине өҙөлөп.
Күҙ йәштәрем өтә бәғеремде,
Ярты йәнем ҡала өҙөлөп.
Тын алышым туҡталғандай була,
Һауа етмәй, ҡалам һулышһыҙ...
Һине һағынып өҙгөләнә күңел,
Бер көнөм дә үтмәй һағышһыҙ ...
Эсер һыуым, һулар һауам бит һин,
Йән аҙығым, күңел наҙым һин.
Тик һин кәрәк миңә йәшәр өсөн ,
Һинһеҙ бер көн йәшәй алмайым мин...
Фото: https://unsplash.com/