Мәҙәниәт
3 Февраля 2023, 09:15

Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!

10 февраль Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының "Юлға сығам йыр менән" концерты булы. Төркөмдәштәребеҙ араһында ике кешелек саҡырыу ҡағыҙын отторабыҙ!

Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!
Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!

Конкурс шарттары бик ябай:
"Торатау" гәзите редакцияһы төркөмөнә яҙылған булырға;
- Ошо яҙманы үҙегеҙгә репост итергә.

Бәхетле еңеүсене 8 февраль махсус ҡушымта ярҙамында билдәләрбеҙ. 

Тамашала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Евгения Цыпина, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Салауат Хәлилов, Әлфиә Ниғмәтуллина, Зилиә Сәфиуллина ҡатнаша.

Башланыу ваҡыты 19.00 сәғәттә.

Билеттарҙы ҡала мәҙәниәт һарайы кассаһында һәм ошо һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин: https://gastroli.bashgf.ru/afisha/event/s-pesnej-v-dorogu/

 

реклама

6+

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас