

Бер мәл генә бары беҙҙең ғүмер..
Янып ҡына һүнгән хас уттай..
Балҡый ҙа ул кинәт юҡҡа сыға,
Һис булмаған кеүек бер туҡтай.
Өлгөрөп тә булмай артҡа ҡарап,
Үткәндәргә инде юлдар юҡ.
Юртаҡ аттай саба ғына ваҡыт,
Әйтерһең дә осҡан йылғыр уҡ.
Ҡыҫҡа бер мәл, әммә шундай татлы
Хоҙай бүләк иткән был ғүмер.
Яратайыҡ уны, ҡәҙерләйек,
Бәхет өсөн күп кәрәк түгел.
Алдашмаҫҡа, намыҫ һатмаҫҡа ла,
Тик дөрөҫлөк яҡлы булырға.
Иң мөһиме яҡты был донъяла
Ысын кеше булып ҡалырға.
Фото: https://unsplash.com/