

Һәр ир-ат өй һалып, ул үҫтереп, ағас ултыртырға тейеш булғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа аш-һыуға оҫта, ҡул эштәренә маһир булырға тейеш. Ҡорама ҡораған, сигеү сиккән, селтәр һәм бисерҙан эшләгән сәскә, ағастар, бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙар Ишәй ауылында бик күп. Матур, сағыу, ҙур һөйөү менән эшләгән ҡул эштәре күркәмлеккә әйҙәй, йәшәргә дәрт өҫтәй, күңел күтәренкелеге бирә.
Сәйфетдинова Фирҙәүес Баймырҙа ҡыҙы менән Жданова Айгөл Дәриғәт ҡыҙы оҫталыҡ дәрестәре менән бүлештеләр. Оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, ҡул эштәренә маһирҙар сафы тағы ла тулыланыр, тигән өмөттәбеҙ.