

Бик ҡыҙыу барған эстафеталарҙа әле бер команда, әле икенсеһе алға сығып сәмләнеп ярыштылар. Спорт залы көйәрмәндәр тауышынан гөрләп торҙо.
"Ялҡын", "Етеҙҙәр", "Әхмәровсылар" һәм "Дуҫлыҡ" командалары араһында "Әхмәровсылар" сосораҡ булып сыҡты һәм беренсе урын яуланы.
Ҡатнашыусы командаларға тейешле приздарын тапшырғандан һуң иҫтәлеккә фотоға төшөп, бергәләп тәмле сәйҙәр эсеп таралыштылар.
Шәхси эшҡыуар Раушан Мансуров һәм Әбүзәр Көмөшбаевтар приздар алырға ярҙам иткәндәре өсөн ойоштороусылар һәм дә барлыҡ ҡатнашыусылар исеменән һеҙгә йылы һүҙҙәребеҙҙе белдереп, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Донъя, эш мәшәҡәтенән арынып ошо спорт сараһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Донъялар тыныс, илдәр имен булып, барыбыҙ ҙа һау булып, ошондай сараларҙа ҡатнашып торорға яҙһын!