Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар 2023, 15:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡолғона ауылының мәҙәни үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемен йөрөткән мәктәптең 5-6-сы класс уҡыусылары өсөн матур осрашыу үтте. Түңәрәк өҫтәл артында уҡыусылар данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тормошо тураһында өр-яңы мәғлүмәт алды.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Әңгәмәне Ноғман Мусин исемедәге музей хеҙмәткәре Мөхәмәзуллина Л.Ш. алып барҙы. Балалар буласаҡ яҙыусының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеүен, уның ололар менән бер рәттән көнөн-төнөн фронт өсөн эшләүе хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Үҙҙәренең бала саҡтары ниндәй бәхетле икәнен аңланы һәм бәхеттең еңел генә бирелмәгәнлеген, уның төрлө һынауҙар, ауырлыҡтар аша килгәненә төшөндөләр.

Егәрлелек, ныҡышмалылыҡ, сәмселлек, рухи яҡтан көслөлөк, аҡыллылыҡ - бәхет нигеҙен тәшкил иткәнен белделәр. Аралашыу Н.Мусиндын "Алатауға артылған һуҡмаҡ" эссеһенэ таянып "Ауырлыҡтар аша килгән бәхетле минуттар" тип аталған исем менән үтте. Осрашыуҙа шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасы, уҡытыусылар ҙа ҡатнашты.

Автор:Гөлсинә Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: