Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ғинуар 2023, 22:06

Онотмағыҙ, донъя гел әйләнә

.

Онотмағыҙ, донъя гел әйләнә
Онотмағыҙ, донъя гел әйләнә

Һағынмағыҙ уҙған ғүмерҙәрҙе,
Киләсәккә юлдар төҙөгөҙ.
Ауырлыҡтар булмай ҡалмаҫ инде,
Көстө йыйып бер аҙ түҙегеҙ...

Уфтанмағыҙ, ҡартая тип йөҙҙәр,
Ҡартлыҡта ла шатлыҡ табығыҙ.
Ғүмер юлын айыҡ аҡыл менән,
Ашыҡмайса атлап барығыҙ.

Зарланмағыҙ, ниҙер етмәһә лә,
Һәр нәмәнең була ваҡыты.
Сәләмәтлек, ҙур дәрәжә булһа,
Кәрәк түгел ерҙә артығы.

Һайланмағыҙ матур парҙы эҙләп,
Матурлыҡ ул йәшәй күңелдә.
Матур күңел тышҡы ҡиәфәттән,
Йәмһеҙ булып һәр саҡ күренә...

Һынатмағыҙ ауырлыҡтар төшһә,
Һөйөнмәһен дошман һағышҡа.
Был донъяла һәр кемдә лайыҡ бит,
Ҙур хатаға һәм дә яңлышҡа.

Маҡтанмағыҙ булһағыҙ ҙа үрҙә,
Бейектәрҙән таштар тәгәрәй.
Онотмағыҙ донъя гел әйләнә,
Һәр кешене һанап баһалай.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Зөфәр Бохаров
Читайте нас: