+1 °С
Болотло
Каникулдарҙың һуңғы көндәре бик һыуыҡ тороу сәбәпле уны ауылдың мәҙәниәт йорто фойеһында үткәрергә тура килде. Һалҡындан ҡурҡмай килгәндәр рәхәтләнеп ярышып алдылар.
Иң беренсе ҡыҙҙар матур итеп быйма һүрәттәре эшләп, буяп ҡуйҙылар. Быйма кейеп тә ярыштылар, быйма менән сәпкә лә бәрҙеләр һәм башҡа ярыштарҙа ихлас ҡатнаштылар. Сара һуңында ҡатнашыусыларға бүләктәр һәм тәмлекәстәрҙән өлөш сыҡты.
Фото: https://vk.com/makarsdk