Мәҙәниәт
4 Ғинуар 2023, 15:00

Ауыл хәбәрҙәре

Икенсе йыл рәттән 1 ғинуар көндө Әхмәр ауылының Яр урамы - Мунса төбәгендә йәшәүсе ауылдаштар бергә осрашып, дәртле рәүештә Яңы йылдың тәүге көнөн төрлө уйындар уйнап, йырлап-бейеп үткәрәләр.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ҡаҙанда былау бешереп, самауыр сәйе ҡайнатыуҙы ла ойошторҙо улар.

"Афарин" тибеҙ Мунса төбәктәренә! Гел шулай берҙәм, дәртле, татыу ,һау-сәләмәт булып оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәргә булһын! Ойоштороусыларға, ошо байрамда ҡатнашҡандарға - барыһына ла сәләмәтлек, һаулыҡ, яҡшы хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын тип теләйбеҙ. Бәхетле, тыныс тормошобоҙҙо һаҡлап, әлеге мәлдә яу сигендә ошо урамдан мобилизацияланған ир-егеттәрҙе лә онотманы улар - Ғөбәйҙуллин Тимур, Кәримов Фәнир, Хөснөтдинов Данистың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп барыһыла изге теләктәр теләне. "Ошо теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, егеттәребеҙ имен-һау, шатланып ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар, уларҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ", тинеләр улар. Теләгән теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, яңы йыл изге булһын, ауылдаштар!

 

Фото: https://vk.com/club107983683

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас