Мәҙәниәт
29 Декабрь 2022, 12:00

Мин ҡартлыҡҡа бер көн һорау бирҙем...

.

Мин ҡартлыҡҡа бер көн һорау бирҙем
"Ник һин былай иртә киләһең?
Ә бит минең әле йәшлек тигән
Илдәремдә ҡала киләһем".

Ҡартлыҡ яуап бирҙе: "Һөйөн, кешем,
Һәм онотма минең теләкте.
Раббым һәр кемгә лә насип итмәй,
Ҡартлыҡ тигән оло бүләкте".

Шул саҡ уйға ҡалдым был яуаптан,
Хаҡлыҡ бар бит ошо һүҙҙәрҙә.
Күпме йәндәр ҡартлыҡтарҙы күрмәй,
Йәп-йәш килеш ята гүрҙәрҙә.

 

Фото: 

Автор:Фәнис Мөхәмәтйәнов
Читайте нас