Мәҙәниәт
27 Декабря 2022, 07:40

Яңы йылға дүрт көн ҡалды!

Бөгөн Ишембайҙа Совет урамының 88-се, 90-сы йорттары урынлашҡан майҙансыҡта Яңы йыл ҡаласығын асыу тантанаһы булды. Ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәге һәм үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре ишембайҙар өсөн матур байрам ойошторҙо.

Яңы йылға дүрт көн ҡалды!Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!

Сәғәт иртәнге ун бер генә булыуға ҡарамаҫтан, яңғырап торған музыка, әкиәт геройҙарын күреп ишембайҙар ҡаласыҡ эргәһенә күпләп йыйылды. Ошо тирәнән үтеп барыусы туғыҙ йәшлек Динислам Кәримов та байрамға ихлас ҡушылды. 2-се башҡорт гимназия-интернатының 3Г класы уҡыусыһы Ҡыш бабайға башҡорт телендә йыр йырлап ишеттерҙе. Бер аҙ тулҡынланып та, оялып та үҙ шиғырҙарын алты йәшлек Гөлназа менән биш йәшлек ҡустыһы Ханибей һөйләне. Барыһы ла Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары менән байрамса биҙәлгән шыршы тирәләй әйләнеп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, татлы күстәнәстәр алып ҡыуанды.

Был ҡаласыҡты ҡаланың 2-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә улар ишембайҙарға байрам кәйефе бүләк итте.

 

Автор фотоһы һәм видеолары

Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Яңы йылға дүрт көн ҡалды!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас