Мәҙәниәт
25 Декабрь 2022, 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауылында нәҫел концерттары дауам итә. Был юлы йыр-моңға маһир Үмәрбаевтарҙың бай йөкмәткеле кисәһе гөрләп уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Бер тапҡыр ҙа сәхнәгә сыҡмаған, нәҫелдең иң оло вәкиле Зәкәриә Үмәрбаевтың сығышын халыҡ алҡыштарға күмде. Бик күп республика конкурстары еңеүсеһе Әнүәр Үмәрбаев башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры "Илсе Ғайса" күптәрҙең күңеленә үтеп, күҙҙәрен йәшләндергәндер.
 
Йырсылар нәҫеле йәш быуында ла дауам итә. Салауат ҡалаһында тыуып - үҫкән, йәйге каникулдары Этҡол ауылында уҙған Илнур Хәсәновтың йырҙары Өфө артистарына биргеһеҙ ине. Гүзәлиә һәм Юлиә Сөләймәноваларҙың йыр - бейеүҙәре тамашаның матур бер биҙәге булды. Еңгәләр ҙә ситтә ҡалмаған. Зифа һәм Миниса Үмәрбаевалар ҙа бик моңло йырҙар йырлап, тамашасыларҙың алҡышына күмелде. Шулай уҡ Этҡол тамашасыһы яңы йырсы Эльмира Кинйәбаеваны, йыл дуэты Айһылыу һәм Әнүәр Үмәрбаевтарҙы асты.
 
Концертты йөкмәткеле итеп алып барыусы Рәйфә Иманғоловаға, гармунсы Дамир Латыповҡа Үмәрбаевтар исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Яңы йыл байрамы алдынан матур тамаша ойошторған Үмәрбаевтар нәҫеленә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, йыр - моңға булған һөйөүегеҙ һүнмәһен, кәмемәһен, киләсәк быуындарҙа ла дауам итһен.

P.s.Тамашасыларҙың һорауы буйынса Ғәрифуллиндарҙың концертын көтөп ҡалабыҙ.
 
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас