Мәҙәниәт
24 Декабрь 2022, 07:00

Милли ризыҡҡа дан йырланды

Сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлеш, ҡоймаҡ, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, икмәк, емеш-еләктәр – барыһы ла бербер артлы теҙелгән. Мул ризыҡтан әҙерләнгән ашһыуҙан, һый-ниғмәттән өҫтәлдәр һығылып тора, уларҙы әҙерләгән оҫта хужабикәләр һәр кемде шат йылмайып ҡаршы ала. Бындай хан табыны ҡайҙа тиһегеҙме?! Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә!

Милли ризыҡҡа дан йырландыМилли ризыҡҡа дан йырланды
Милли ризыҡҡа дан йырланды

Ошо көндәрҙә Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгендә «Милли ризыҡ» гастрофестивале үтте. Был көн ысын мәғәнәһендә милли аш-һыу байрамына әүерелде. Сарала дүрт команда ҡатнашты.  Конкурстар, презентациялар үткәрелде, башҡорт, татар, рус, үзбәк милли аш-һыуын тәмләп ҡарау ойошторолдо. Фестиваль тамашаһы йырҙар, халыҡ бейеүҙәре менән оҙатылып барҙы. Бындай форматта фестиваль тәүге тапҡыр уҙғарыла. Быйыл фестиваль ярыш формаһында үткәрелде.

Үҙәк китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән өҫтәлдә ниндәй генә милли аҙыҡ юҡ ине.

Ишәй ауыл мәҙәниәт йорто белгестәре бауырһаҡтар әҙерләһә, Ишембай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы командаһы сәксәк бешереү серҙәре менән бүлеште. Йәштәр эштәре буйынса комитет ҡыҙҙары бәрәңге билмәне бешереп килтергәйне.

Бәйге сәме менән янған оҫталар бер-бер артлы үҙҙәре белгән ысулдарҙы бәйән итеп, милли аш-һыу әҙерләү рецептары менән дә бүлеште. Милли ашһыуға дан йырлаған сарала халҡыбыҙға хас муллыҡ һәм бәрәкәт сағылды.

Милли ризыҡ – тәнгә шифа тигәндәре хаҡтыр. Күргәҙмәлә ҡуйылған халҡыбыҙҙың һый-ниғмәтен күреп, уларҙың нисек әҙерләнеүе хаҡында ишеткәс, һәр кем уларҙың һаулыҡ өсөн ни тиклем шифалы булыуын аңланы. Юҡҡамы ни халҡыбыҙ электән хәләл, сифатлы, файҙалы һәм үҙҙәре етештергән ризыҡҡа өҫтөнлөк биргән. Сөнки әле беҙҙең өҫтәлдәрҙә бик тиҙ әҙерләнгән ярымфабрикаттар, химик элементтар ҡушылған зыянлы аҙыҡ-түлек күпселекте тәшкил итә.

Конкурсанттар туҡмас йәйеп, уны ҡырҡыу оҫталығын да күрһәтә алды. Тәүгеһе ҡамыр йәйә, икенсеһе һыҙаттарҙы киҫә, өсөнсөһөнә туҡмас һалырға ҡала. Командалар тиҙлеккә алъяпҡыстар, ашнаҡсы ҡалпағын кейеү буйынса ла көс һынашты. Фестивалдә ҡатнашыусылар бейеп-йырлап күңел асырға ла өлгөрҙө.

Шулай итеп, ярыш йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде: 1-се урынды Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы командаһы, 2-се урынды - Ишәй ауыл мәҙәниәт йорто, 3-сө урынды Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Йәштәр эштәре буйынса комитет командалары яуланы. Жюри ағзалары ҡатнашыусы
оҫталарҙы тәбрикләп, уларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

- Бөгөнгө сара төрлө милләт халыҡтарының милли аш-һыуҙарын, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында ойошторолдо. Конкурсанттар һәм ойоштороусылар шундай ҙур сағыу сара үткәрҙе. Киләсәктә фестивалде күләмле итеп, даирәһен киңәйтеп үткәреү зарур. Милли ризыҡтарыбыҙҙы йәштәр, балалар күреп-белеп үҫһендәр ине, - тине Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Светлана Фәрғәт ҡыҙы.

Фестиваль тамамланғас, конкурста ҡатнашыусылар өҫтәл артында тәмле сәйҙәр эсеп, бешергән ризыҡтарҙан ауыҙ иттеләр. Халҡыбыҙҙа милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу уянған икән, тимәк, маҡсатыбыҙға өлгәшә алдыҡ.

 


Автор фотолары.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас