Мәҙәниәт
23 Декабрь 2022, 09:00

Кеше һүҙе кеше үлтерә...

.

Кеше һүҙе кеше үлтерә...Кеше һүҙе кеше үлтерә...
Кеше һүҙе кеше үлтерә...

“Кеше һүҙе кеше үлтерә”,- тип
Әйтә торған ине әсәйем,
Шуға күрә төрлө ғәйбәттәрҙән
Өҫтөнөрәк булып йәшәйем.

Тыңламайым кеше һөйләгәнде,
Ә яңылыш әгәр ишетһәм,
Насар һүҙгә, әсәй, ышанмайым,
Яҡшы һүҙҙе генә иш итәм!

Кемдер берәү, яҡыныңа яғып
Ялған ғәйеп, әгәр еткерһә,
Һин ашыҡма, зинһар, ышанырға,
Ул һүҙ әгәр зыян килтерһә.

Кеше һүҙе кеше үлтерә бит,
Кемдер бушты һөйләй юрамал,
Тотҡан ерҙән һындырырға түгел,
Ҡарар ҡабул итеп дыуамал.

Яҡындарға кәрәк ышанырға,
Ситкә түгел, түгел дошманға,
Яман һүҙҙәр аңды томалай ҙа,
Ағыу булып аға тән-ҡанға.

Яҡшы хәбәр булһа, ышанығыҙ!
Яҡтылыҡта булһын уйығыҙ,
Ҡара хәбәр менән килгәндәрҙе
Һеперткеләп ситкә ҡыуығыҙ!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Читайте нас