Мәҙәниәт
19 Декабрь 2022, 13:16

Парадҡа рәхим итегеҙ!

Йома, 23 декабрь, 16.00 сәғәттә Ишембайҙа Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады уҙасаҡ. Улар Ленин исемендәге майҙандан алып Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанына тиклем үтәсәк.

Парадҡа рәхим итегеҙ!Парадҡа рәхим итегеҙ!
Парадҡа рәхим итегеҙ!

17.00 сәғәттә иһә Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында Боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы була. Программала - ҡала һәм район артистары сығыштары, уйын һәм спорт майҙансыҡтары эше, аквагрим, флешмоб.

 

Фото редакция архивынан

 

0+

Парадҡа рәхим итегеҙ!
Парадҡа рәхим итегеҙ!
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас