Мәҙәниәт
14 Декабрь 2022, 10:00

Ҡатын-ҡыҙ бәхете...

.

Ҡатын-ҡыҙ бәхете...Ҡатын-ҡыҙ бәхете...
Ҡатын-ҡыҙ бәхете...

Өс бәхеттән мәхрүм итмә, Хоҙай,
Сәләмәтлек - уның береһе.
Яҡты донъяларҙың матурлығын
Оҙон - оҙаҡ килә күрәһе.
Мөхәббәтте табыу – үҙе бәхет,
Эҙләй торғас йөҙҙәр, меңдәрҙән.
Тормош кәртәләрен емерергә
Алыр инем көстө кемдәрҙән?!
Бәхеттәрҙең өсөнсөһө - бала,
Сабый тыны йәнде иретә.
Ҡыҫҡа ғына беҙҙең ғүмерҙәрҙе
Дауамлы бер моңло йыр итә.
Өс бәхет – өс ҡалҡан
Ташламаһын ине һис ҡасан!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Г. Нуруткулова
Читайте нас