

Ниҙәр генә булмай әҙәм менән
Урау-урау үткән юлдарҙа?!
Фәрештәләр һаҡлап йөрөтһәсе
Юл аҙабы күргән саҡтарҙа.
Алыҫтарға йәнә юлға сыҡһаң,
Имен-аман ғына барып ет.
Һинең өсөн хафа-борсоуҙарҙа
Яҡындарың һәр саҡ көтә бит.
Юлдағылар юлда булһын, тиҙәр,
Тик белһәңсе нимә көтөрөн...
Нөктә ҡуйыр сағында ла яҙмыш
Йәлләмәһен ине өтөрөн.
Фото: https://unsplash.com/