Мәҙәниәт
6 Декабрь 2022, 06:00

Үтте йәшлек тиҙәр йырҙа...

.

Үтте йәшлек тиҙәр йырҙа...Үтте йәшлек тиҙәр йырҙа...
Үтте йәшлек тиҙәр йырҙа...

Үтте йәшлек тиҙәр йырҙа,
Үтте тиҙәр йүләрлек.
Хәтирәләр генә ҡалды
Иҫкә алып һөйләрлек.

Йәш бит ул бары һан ғына,
Тәртип өсөн теркәрлек.
Һәр йәштә лә был тормоштоң
Үҙ зауығы етәрлек.

Ун етелә еләк төҫлө,
Ҡыҙарып бешкән сағың.
Утыҙҙа уйҙар аҡылға
Ултыра тиҙәр тағын.

Ҡырҡ биш тулһа,тағы еләк
Өҙөп кенә йоторлоҡ.
Тик аҡыллы, ун етеләй
Түгел уны оторлоҡ.

Илле тулһа, билде быуып
Яңынан йәшәй башлай.
Яҡшыларҙы яҡын күрә
Яманды алып ташлай.

Артабан да ғүмер шулай
Тәгәрләй үҙ яйына.
Ҡарамай ул тыуған йылың,
Көнөңә һәм айыңа.
Күңелдәр генә йәш булһын,
Йәшәрбеҙ үҙ яйына!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлиә Азаматова-Мукминова
Читайте нас