

Бер ултырып доға ҡылайыҡ әле,
Юлда йөрөгән дуҫтарға.
Яңғыҙҙарға, иҫәндәргә,
Хатта яуыз дошманға.
Доға ҡылайыҡ сирлеләргә,
Етемдәргә, ситтәргә.
Беҙҙән доға өмөт иткән,
Был донъянан киткәнгә.
Доға ҡылайыҡ ер йөҙөнә
Ауаз биргән балаға.
Тыуған-үҫкән нигеҙҙәргә,
Яңғыҙ ҡалған әсәгә.
Доға ҡылайыҡ, бәхет теләйек,
Беҙҙән бәхет китмәһен.
Ҡайғы-хәсрәт, ауыртыуҙар,
Артыбыҙҙан етмәһен.
Доға ҡылайыҡ, рәхмәт әйтәйек,
Тыныслыҡ илебеҙгә.
Теләгән теләктәребеҙ,
Ҡабат килһен үҙебеҙгә.
Фото: https://unsplash.com/