

- Әсәйем Мәүжиҙә Муса ҡыҙы - Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң “Тәйрүк” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе. Мине ул бәләкәйҙән сәхнәлә үҫтерҙе, тиһәң дә була. Өс йәштән бейеүҙәр өйрәтә башланы, төрлө конкурсконцерттарҙа ҡатнаша торғайным. Мәктәп йылдарында танылған хореограф Артур Мөхәмәтйәнов етәксем булды. Әле лә уның менән бәйләнештәбеҙ, - тип бейеүҙәге тәүге аҙымдарын иҫкә алды Айһылыу.
Бынан тыш, ул Ишембай сәнғәт мәктәбенә лә йөрөй - фортепиано, вокал менән шөғөлләнә.
2016 йылда Айһылыу - фортепиано буйынса Өфө сәнғәт училищеһын, ә 2021 йылда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын “Музыкаль белем” һәм “Физик культура” йүнәлештәре буйынса тамамлай. Студент йылдарында Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ольга Андреева етәкселегендә “Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективында бейей һәм Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Испания, Беларуссияла сығыш яһай. Әле иһә Айһылыу Башҡорт дәүләт педагогия университетында магистратурала икенсе курста уҡый, ансамблдә бейей һәм Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжында физкультуранан уҡыта, волейбол һәм өҫтәл теннисы буйынса тренер ҙа.
- Студенттарға физкультура буйынса белем бирһәм дә, үҙемде бейеүһеҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Бейеү - минең өсөн тормош, бөтә нимәнән дауа. Хәрәкәттәр аша хистәремде еткерәм, - ти яҡташыбыҙ.
Айһылыуға “Байыҡ” сәхнәһе бәләкәйҙән таныш. 2010 йылда ул Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегендә “Тәйрүк” ансамбле менән “Байыҡ”та Гран-при яулай. Ун ете йәшендә
үҙен ололар араһында үткәрелгән конкурста һынап ҡарарға була, әммә жюри ағзалары уны бигерәк йәш булыу сәбәпле һайлап алыу турынан үткәрмәй.
- Мине бейеүгә алып килгән әсәйемә һәм тормош юлымда бейеү буйынса осрап торған көслө етәкселәремә рәхмәтлемен. “Байыҡ” конкурсында икенсе турға бейеүҙе
Рәйес Низаметдинов ҡуйҙы. Рәйес Йәүҙәт улы миндә талант күреп, уңыштар теләне. Тап уның бейеүе менән финалға үттем. “Атлаһам, бейеп барам” бейеүендә мин бар яҡлап та асылдым: унда йыр ҙа, бейеү ҙә, театр ҙа бар. Хәҙер ул минең яратҡан бейеүем, - тип уртаҡлашты Айһылыу. – Шулай уҡ бөтә турҙарҙа ла дәртләндереп торған жюри ағзаларына, проект продюсеры Рита Өмөтбаеваға рәхмәтлемен. “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы ярҙамында мәҙәниәтебеҙ үҫә, яңы көслө бейеүселәр барлыҡҡа килә. Гран-при алырмын тип көтмәнем, шулай ҙа лайыҡлы урында булырымды белә инем. Еңеүемә бик шатмын һәм миңә ышаныс белдергән барлыҡ яҡындарыма, дуҫтарыма рәхмәтлемен.
Киләсәктә лә ҙур сәхнәләрҙе иңләп, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын һиңә, Айһылыу!
Фотолар Айһылыу Шәмсетдинова архивынан.