

— Машина ишеген тағы
Шап иттереп ябаһың!
— Бәйләнмәле юҡҡа-барға,
Ҡайҙан сәбәп табаһың.
— Тәҙерәгә ҡулың менән
Тотонма тип йөҙ әйттем!
— Ә нисек һуң тотонайым,
Аяҡ бит етмәй, ҡартым.
— Аяғыңды ҡағып ултыр,
Коврикка һыу йыйыла!
— Үҙеңдекен башта ҡара,
Һинән бит ҡом ҡойола.
— Алда торалармы әллә,
Сигналить итте буғай?
— Пажалысты, тыныс ултыр,
Ул минең таныш малай.
— Аяҡты көҙән йыйыра,
Тормозить итеп барам.
— 80-дән дә арттырмайым,
Спидомет(ы)рға ҡара.
— Яңылыш һулға боролдоң,
Кәрәк ине бит уңға.
— Кирпич тора. Һинең менән
Мәңге сыҡмаҫлыҡ юлға.
— Көҙгөнө тейем ҡаплама,
Сиденйәңде төрт артҡа!
— Төҙ ултырырға яратам,
Әйтерҙәр: ай-һай, ятҡан!
— Уҙһын әле, ашыҡма, тим,
Сабыр ғына бар, түҙем!
— Туҡтайһыңмы өйрәтеүҙән,
Мә рулгә ултыр үҙең!
— Ышҡылып үтеп китәләр,
Әллә юлмы тарыраҡ?
— Доғаларыңды уҡы ла
Ултыр алдыңа ҡарап.
— Килгән һайын биш йөҙ ҙә мең,
Бензинға аҡса әрәм.
— Һыуға йөрөмәй машина,
Әйҙә, ат алып бирәм.
— Бер аҙнанан Өфөгә тим,
Барырбыҙ әле ҡабат.
— Ҡолаҡ итемде кимерҙең,
Барырһың такси яллап.
Фото: https://unsplash.com/