Яҙмыштарҙан ситләп үтеүҙәр юҡ —
Үҙеңдәген ситтән эҙләмә.
Һиңә йәнен фиҙа ҡылғандарҙың
Ҡәҙерен бел, ҡәҙерһеҙләмә.
Йөрәк өсөн күп тә кәрәк түгел,
Күңел тула, күҙҙәр йәшләнә,
Һөйгәнеңдең күҙ йәше лә бүләк —
Ҡәҙерен бел, ҡәҙерһеҙләмә.
Беҙгә ғүмер үтер өсөн килә,
Үткәндәрҙән бәхет эҙләмә,
Киләсәккә барыр көндәреңдең
Ҡәҙерен бел, ҡәҙерһеҙләмә.
Фото: https://unsplash.com/