Бөйөк фекер эйәһенең һәм яҙыусының исемен мәңгеләштереүҙә уның туғандары, яҡындары ихлас эшләй. Ижадында сағылыш тапҡан тәрбиә, рух, тыуған ергә һөйөү төшөнсәләрен, ошо ҡиммәттәрҙе һаҡлау идеяларын халыҡ араһында киң күләмдә таратыу һәм яҡты иҫтәлеген үҫеп килгән быуынға әҫәрҙәре аша еткереү – төп бурыстары.
Уҙған йыл, яҙыусы үҙе иҫән саҡта, улар муниципаль район хакимиәтенә Ноғман Мусин исемендәге әҙәби премия булдырыу тәҡдиме менән сыҡҡайны. Етәкселек
был башланғысты хупланы һәм йыл һайын ижади конкурс сиктәрендә иң лайыҡлы лауреатты билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Быйыл хикәйәләр бәйгеһе әҙиптең яҡын туғаны Дамира Шәйхрахман ҡыҙы Таһирова тырышлығы һәм ярҙамы менән ойошторолдо.
Ижади конкурс китап уҡыусылар һанын арттырыу, йәштәр араһында Ноғман Мусин әҫәрҙәрен пропагандалау ниәте менән йәйелдерелде. Ошо көндәрҙә был әҙәби сара беренсе тапҡыр муниципаль кимәлдә үтте. Хикәйәләр конкурсына барлығы һигеҙ эш ебәрелде. Ҡала үҙәк китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Минзәлә Мырҙабаева баһалама ағзаларын йыйҙы һәм эштәрҙе тикшереүҙе ойошторҙо. Унда Әхмәр урта мәктәбе уҡытыусыһы Дамира Таһирова ла ҡатнашты. Конкурсҡа тиклем ул улы Урал менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Ноғман Мусин ижады буйынса «Ноғман Мусин – тәбиғәт һаҡсыһы, матурлыҡ йырсыһы» тигән онлайн-викторина ойошторғайны. Һөҙөмтәлә, 1200 кеше ҡатнашҡан бәйгенең еңеүсеһе – Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Мөхәмәтова ла ошо сараға саҡырылды.
- Бала саҡтан Ноғман ағайҙың ижадына мөкиббән ғашиҡмын. Бында, уның тыуған яғында, юбилейҙары үткән һайын сығыш яһаным, үҙ фекерҙәремде еткерҙем, - тип ихлас уртаҡлашты Рәйсә Миңлеғәле ҡыҙы. – Әсәйем китап уҡырға ярата торғайны, ул бер ҡасан да «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Казан утлары» журналдарына,
«Башҡортостан», «Торатау» гәзиттәренә яҙылмайынса ҡалманы. Яҙыусының «Һайлап алынған яҙмыш» романы иң тәүҙә өҙөк-өҙөк «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡты. Был әҫәрҙе бөтә ғаилә менән илай-илай уҡыныҡ. Иҫләйем шундай мәлде... Почта ташыусы эргәлә генә йәшәне, уның йортонан сығыуын күҙәтеп торам да теге журналды йәһәт кенә ҡулға эләктереп ала һалам. Шунан «Һайлап алынған яҙмыш»ты һарай башында ҡасабоҫа уҡыйым. Үҙем уҡып бөткәс кенә әҫәрҙе башҡаларға күрһәтәм. Хатта, әсәйемде, бөтә аҡса гәзит-журналға китә, тип шелтәләгән атайым да, уны түҙемһеҙләнеп көтә торғайны.
Ошондай күркәм сара сиктәрендә викторинаның башҡа еңеүселәре менән дә танышып үтәйек. Икенсе урынды алыуға Ҡолғонанан Фәнилә Яхина һәм Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан Көнһылыу Сөләймәнова өлгәште. Өсөнсө урында – яҙыусының ауылдашы Айгөл Иҫәнғолова.
Артабанғы еңеүселәр – Ҡолғона ауылынан Гөлсара Әминова һәм Ишембай ҡалаһынан Роза Йәнбирҙина. Әҙәби сараның икенсе өлөшөндә хикәйәләр конкурсына килгән эштәргә анализ яһалды. Әҫәрҙәрҙе тикшереү уларҙың тема-идеяһын асыҡлауға ғына ҡайтып ҡалманы, ә художестволы эшләнеше, социаль, гражданлыҡ ҡиммәттәре яғынан да, халыҡсанлығы күҙлегенән дә ҡаралды, шулай уҡ ижади индивидуаллек йәһәтенән баһаланды. Жюри ағзаларының барыһын да яҙыусының бала сағына бағышланған «Әсә мөхәббәте» хикәйәһе әсир итте. Бынан тыш, һуғыш осоро йәштәренең тылдағы фиҙаҡәр эшенә арналған «Хоҙай бүләге» әҫәре, халҡыбыҙҙың аҫыл йолаларына, рухи хазиналарына нигеҙләнеп яҙылған «Тал бишек» хикәйәһе юғары баһаланды. Эштәр тикшерелеп, баһалар ҡуйылғас ҡына, китапхана хеҙмәткәрҙәре уларҙың авторҙарын иғлан итеп үтте. Шулай итеп, яҙыусы исемендәге тәүге премияға уның ауылдашы Лилиә Мөхәмәҙуллина лайыҡ булды.
«Әсә мөхәббәте» хикәйәһе үҙенең йыйнаҡ, образлы һәм халыҡсан булыуы менән иҫтә ҡала, яҙыусының бала сағын, уның ата-әсәһен күҙ алдына баҫтыра, нескә хистәр менән солғай. Иренең һүҙен тотоп, бар тормошон улын уҡытыуға, уны кеше итеүгә арнаған әсә һөйөүе бәйән ителә бында. Балаһы хаҡына бар ауырлыҡтарға
ҡаршы торған ҡатын алдында ирекһеҙҙән баш эйәһең, замандаштарға автор әйтергә теләгән фекер, асылда, һәр ғаиләгә яҡын, кәрәкле булып, хикәйәлә халыҡсан тел
– Ноғман Мусин теле менән еткерелә.
Шулай итеп, хикәйәләр бәйгеһендә икенсе урынды – Гөлнур Аҙнабаева, өсөнсөнө Розалиә Вәлиева алыуға өлгәште. Һис шикһеҙ, был тәүге башланғыс киләсәктә лә
дауам итәсәк. Алдағы йыл конкурсында ҡатнашыусылар һаны тағы ла артыр, тигән фекерҙә ҡалабыҙ.
Автор фотолары.