Мәҙәниәт
3 Ноября 2022, 09:00

Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!

Көҙ – тирә яҡты сағыу төҫтәргә күмгән ҡабатланмаҫ осор! Ошо сихри мәлдә Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин күңелдәрегеҙгә моңло йырҙарын еткерә. 10 ноябрь Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында ижадташ дуҫтары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резидә Әминева, популяр йәш башҡарыусы Илнур Ишембаев, йырсы-ҡурайсы Юнир Һағынбаев менән берлектәге концертына саҡыра.

Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!
Һөйөнсө! Концертҡа билеттар отторабыҙ!

Матур йола буйынса төркөмдәштәр араһында ике билет отторабыҙ.

Конкурс шарттары ғәҙәттәгесә:
- Беҙҙең төркөмгә яҙылған булырға;
- Ошо яҙманы үҙегеҙгә репост итергә.

Бәхетле еңеүсене 8 ноябрь осраҡлы рәүештә билдәләйәсәкбеҙ.

“Көҙҙәрҙең емеше татлыраҡ” программаһы киске сәғәт етелә башлана.

Билеттар мәҙәниәт һарайы кассаһында.

Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ!

 

реклама

Автор:"Торатау" гәзите редакцияһы.
Читайте нас