

Кис ултырып ҡыҙҙар, сигеү сигә
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте
Биҙәктәре ебәк йырҙа яҙ(ы)ла
Тик йырҙары өҙә үҙәкте,
- тип йырлана йырҙа... Ә был юлы кис ултырыусылар сигеү сикмәйҙәр. Улар мобилизацияланған һалдаттарға йөн-ойоҡбаштар, бирсәткәләр, бейәләйҙәр бәйләйҙәр.
Улар Әхмәр ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары: Назия Шәйхетдинова, Люциә Әминева, Таһура Әминева, Әлфиә Заһиҙуллина, Райхана Әминева, Рәмзиә Хәйбуллина, Зөлфиә Кәримова. Көндә береһенең өйөнә йыйылышып, эш араһында йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, хәл-әхүәлдәр белешеп оло эш башҡаралар.
Ауылыбыҙҙа шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, уҡытыусылар, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ошо эштә - һалдаттарға йөн ойоҡбаштар бәйләүҙе әүҙем ҡатнашалар. Иләнгән епте күмәкләп аҡса йыйылышып Өфөнән ҡайтартты ҡатын-ҡыҙҙар. Афарин барыһына ла! Ә ғәскәргә оҙатылған мобилизацияланғандарға тыуған яҡтарына имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын, донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын, тип теләйҙәр улар бер һүҙҙән.