Мәҙәниәт
18 Октябрь 2022, 05:00

Ҡулда аҡса-байлыҡ булған саҡта...

.

Ҡулда аҡса-байлыҡ булған саҡта...Ҡулда аҡса-байлыҡ булған саҡта...
Ҡулда аҡса-байлыҡ булған саҡта...

Ҡулда аҡса-байлыҡ булған саҡта,
“Донъя – минеке!” -тип уйлама...
Рәхәттең дә бер михнәте була,
Ал күҙлектән донъя буйлама.

Ғүмер – ҡыҫҡа, балаларың үҫә,
Үрнәкме һин – ҡарап ҡуйғыла...
Бәрәкәтле ризыҡ, һаулыҡ һора,
Аллаһ ризалығын уйла ла.

Раббым һынап биргән байлығыңды
Бер көн алмаҫ, тиеп уйлама.
Мохтаждарға өләш, бүлеш етем менән,
Һораһалар, тәрән һулама...

Нәфесеңде тыйып, ҡәнәғәт бул,
Аҡса-мал ул бик тиҙ тарала...
Тау ишелә, һыуҙар ағып тора,
Бар булғанды -
Мәңгелек тип, зинһар һанама!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлнур Мөхәммәтханова
Читайте нас