Мәҙәниәт
17 Октябрь 2022, 06:00

ҠЫҘЫМА

.

ҠЫҘЫМАҠЫҘЫМА
ҠЫҘЫМА
Ҡарайым да ҡыҙыма - йөрәк майым һыҙыла...
Бер аҙ ғына миһырбанлы, булсы яҙмыш, ҡыҙыма!
Мин дә һеҙҙең ғүмер буйы янығыҙҙа торалмам.
Ҡыҙ бәхете ирҙән була - ир бәхете бир, Аллам.
Иркә үҫкән ҡыҙымды - үҙемдән дә ҡыҙғанам,
ҡаҡмай-һуҡмай үҫтергәйнем, еңел яҙмыш бир, Аллам!
Кисәгеләй күҙ алдымда сәсең тарап үргәнем,
Эй, Хоҙайым, балаларым ҡайғы-хәсрәт күрмәһен!
Ҡарайым да ҡыҙыма - йөрәк майым һыҙыла...
Бер аҙ ғына миһырбанлы, булсы яҙмыш, ҡыҙыма?!.


 
Фото: https://unsplash.com/
 
Автор:Тәнзилә Йәнтилина
Читайте нас