Мәҙәниәт
17 Октябрь 2022, 14:00

Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен...

.

Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен...Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен...
Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен...

Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен,
Бүлешмәгеҙ малын, һатмағыҙ.
Тыуып үҫкән ғәзиз оябыҙҙың
һәр бер аҙым ерен һаҡлағыҙ.

Һағынырбыҙ бер саҡ тыуған яҡты,
Атай ҡәберен килер күрәһе.
Йыйыр унда беҙҙе тыуған нигеҙ,
Шаулап торор уның тирәһе.

Атай булып ҡаршы алыр беҙҙе
Ул ултыртҡан иҫке ҡоймалар.
Өйгә кергәс, сәләм булып килер
Әсәй уҡыған изге доғалар.

Атай-әсәй төҫө булып, саҡырып
Торһон беҙҙе тыуған оябыҙ.
Таратмағыҙ ата-әсә нигеҙен,
Бүлешмәгеҙ малын, һатмағыҙ,
Һәр бер аҙым ерен һаҡлағыҙ!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Зәлия Нуриәхмәтова.
Читайте нас