Мәҙәниәт
14 Октябрь 2022, 12:00

“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы

Үткән шәмбе Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында “Торатау мираҫы” асыҡ төбәк-ара фестиваль-конкурсының Гала-концерты үтте. Сара Рәсәй Федерацияһы Президенты булдырған Мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.

“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы

Фестиваль-конкурста ҡатнашыу өсөн республиканан барлығы 70-тән ашыу заявка бирелгән, шулар араһынан 15-е генә Гала-концертҡа һайлап алынған. Ишембайға Башҡортостаныбыҙҙың төрлө мөйөштәренән – Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Миәкә, Мишкә, Мәләүез, Күгәрсен, Архангель, Өфө, Көйөргәҙе, Күмертау райондарынан һәм ҡалаларынан фольклор коллективтары, һөнәр оҫталары килде. «Торатау мираҫы» асыҡ төбәк фестиваль-конкурсы - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни йолаларын тергеҙеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙың һөҙөмтәһе ул.

“Торатау мираҫы” - ул фольклор ижадын һөйөүселәр съезы, бында бар нимә республикабыҙ халҡы араһында үҙ-ара хөрмәткә, гармонияға һәм аралашыуға нигеҙләнгән.

Фестивалдә ҡатнашыусылар йыр, бейеү номерҙары, ҡул эштәрен тәҡдим итте. Халыҡ ижадын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен яратыусылар коллективтарҙың сығышын яратып ҡараны, үҙенсәлекле тауарҙар - биҙәүестәр, милли кейем элементтары менән бәйләнгән әйберҙәр, уйынсыҡтар һатып алды.

Мәҙәниәт һарайы фойеһында урынлашҡан биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһендә 30- ҙан ашыу ҡул оҫтаһы ҡунаҡтарға бәйләнгән, ҡорама әйберҙәр, милли биҙәүестәр, артфутболкалар, ағастан ҡул эштәре тәҡдим итте. Жюри рәйесе - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат
Юлаев ордены кавалеры, “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзынан “Мәҙәниәт илсеһе”, “Рабиға Кушаева исемендәге ҡатын-ҡыҙ-әсә”, “Ал да нур сәс халҡыңа”, “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы” миҙалдарына лайыҡ булған, Ишембай районының почетлы гражданы Мәрйәм Солтанова бындай сараларҙың мөһимлеге, уның киләсәк быуында илһөйәрлекте үҫтереүҙә ҙур роль уйнауы, халыҡтың йолаларыбыҙҙы онотмау өҫтөндә ҙур эш башҡарыуҙары хаҡында әйтеп үтте. Борон-борондан һәр халыҡ үҙенең йолаларына нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Йолалар милли ғорурлыҡ, милли хистәр, мәҙәнилекте тәрбиәләргә ярҙам итә.

Иң беренсе булып сәхнәлә Ишәй  ауылы мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт халыҡ коллективы сығыш яһаны. Улар “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар” фольклор картинаһын күрһәтте (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сүриә Раҡаева).

Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Улар халыҡта милли ғорурлыҡ, милли хистәр мәҙәниәтен тәрбиәләргә ярҙам итеп кенә ҡалманы, ә шул кешеләрҙә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә тыуҙырҙы. Әгәр халыҡ байрамдары юғала икән, был инде уның рухи байлығы һайыға барыуын сағылдыра. Халыҡ байрамдары һәр кешенең йөрәк түрендә һаҡлана, сөнки йыр, бейеү, яңы көйҙәр башҡарыу, осрашыу-танышыуҙар ошо байрамдарҙа була.

...Милләтебеҙҙең йолаларға бай булыуы бик күп сығанаҡтар аша билдәле. Хәҙерге көндә лә ошо байрамдарҙың, уйындарҙың юғалып ҡалмауы мөһим. “Торатау мираҫы” асыҡ төбәк фестиваль-конкурсы Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты булышлығында тормошҡа ашырыла. Улар араһында профессиональ төшөрөлгән видеофильмдар ҙа бар. Ҙур бәйгегә йомғаҡ яһар мәл дә килеп етте. Ишембай коллективтары һәм һәүәҫкәр артистары ла лайыҡлы урындар һәм номинациялар яуланы. “Халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында Регина Дәүләтова, Суфия Рәхимова, Наилә Сафина, Зөһрә Ғәмбәрова билдәләнде, улар һауытһаба йыйылмаһы менән бүләкләнде. Кинйәбулат ауылынан Гөлсирә Дәүләтоваға икенсе дәрәжә диплом, “Ете ҡыҙ” ижади төркөмө һәм Рим Ғәлимовҡа беренсе дәрәжә диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
Ансамблдәр араһында Маҡар ауылы мәҙәниәт йортоноң халыҡ инструменттары ансамбле (етәксеһе Риф Вәлеев) «Башҡорт халҡының милли менталитеты өсөн» номинацияһында, Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәгенең “Умырзая” инструменталь ансамбле (етәксеһе Өлфәт Ҡотлобаев) «Фольклорҙы үҫтергәне өсөн» номинацияһында, Иҫәкәй ауылы клубының “Нағыш” фольклор коллективы (етәксеһе Мәҙинә Алтынбаева) «Башҡорт фольклорын һаҡлағаны өсөн» номинацияһында билдәләнде. Уларға
дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды.

“Торатау мираҫы” асыҡ төбәк фестиваль-конкурсының иң оло ҡатнашыусыһы исеменә бик күп мөнәжәттәр, бәйеттәр авторы, төбәкара, республика конкурстары лауреаты Рәйлә Ҡолмырҙина, Ишәй мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективының алыштырғыһыҙ солисы Фәйзылғаян Ғималетдинов, Яңы Әптек мәҙәниәт йортоноң “Тамаша” халыҡ театры коллективы (етәксеһе Гәүһәр Латыпова) лайыҡ булды. Шулай уҡ Васильевка ауылы мәҙәнәт йортоноң “Илем” фольклор коллективына (етәксеһе Надежда Филиппова),  Ишембай мәҙәниәт йортоноң “Юрматы” халыҡ фольклор коллективына (етәксеһе Зөлфиә Алламоратова) өсөнсө дәрәжә диплом, Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң “Миләш” фольклор коллективына (етәксеһе Зөбәржәт Шаһиева) һәм Петровский ауылы мәҙәниәт йортоноң “Петровчане” халыҡ фольклор ансамбленә (етәксеһе Рәмилә Рәхмәтуллина) беренсе дәрәжә диплом тапшырылды.

Гран-приға ла ишембайҙар - Ишәй ауыл мәҙәниәт йортоноң «Хазина» башҡорт халыҡ фольклор коллективы лайыҡ булды. Уларға бүләккә баян тапшырылды. Әйтергә кәрәк, бөтә бүләктәр ҙә фестивалдә ҡатнашыусыларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып һатып алынған. Халыҡ араһынан сыҡҡан йыр-моң һөйөүсе апай-ағайҙарға, талантлы етәкселәренә ижади уңыштар, күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ көс-дәрт теләйбеҙ!

 

Фото: vk.com/culture_of_ishimbay

“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
“Торатау мираҫы” сәнғәт оҫталарын йыйҙы
Автор:Илнара МЫРҘАБАЕВА.
Читайте нас