Мәҙәниәт
6 Октябрь 2022, 04:00

"Хәлең нисек?"- тип һораһаң...

.

"Хәлең нисек?"- тип һораһаң..."Хәлең нисек?"- тип һораһаң...
"Хәлең нисек?"- тип һораһаң...
"Хәлең нисек?"- тип һораһаң
Түҙәрлек әле былай.
Тормош һынауын үтергә
Түҙемлек бирә Хоҙай.
Тыйнаҡ ҡына йәшәп ятам
Бик таратмай серҙәрем
Тыныс ҡына йоҡлайым тиеп
Тыныс үтеп көндәрем.
Көн артынан көндәр уҙа
Ғүмер ебе һуҙыла.
Шулай сабыр итә-итә,
Тормош юлы уҙыла.
Кем йәшәгән сабыр иткән
Шулар белә,анлаһа
Бына шулай йәшәп ятам
Мин көслө икән дә баһа.

 
Фото: https://unsplash.com/
 
Автор:А. Ибраһимова
Читайте нас