Мәҙәниәт
4 Октября 2022, 16:00

Был донъяла күпте кисергәндәр...

.

Был донъяла күпте кисергәндәр...Был донъяла күпте кисергәндәр...
Был донъяла күпте кисергәндәр...

Был донъяла күпте кисергәндәр
Бер ҡасан да көлмәҫ көсһөҙҙән...
Сөнки улар йөрәк менән тойоп,
Тормош ауырлығын кисергән...
Был донъяла күпте кисергәндәр
Бәхетһеҙҙе мыҫҡыл итмәҫтәр...
Сабырлыҡҡа өндәп йыуатырҙар,
Бер ярҙамһыҙ ташлап китмәҫтәр.
Был донъяла күпте кисергәндәр
Йәшәү тәмен, йәмен ҡәҙерләр...
Сөнки улар барыһын да үткән,
Ҡайғыһын да, хатта, йәберҙәр...
Күпте кисерергә насип иткән
Аллаһ үҙе һөйгән әҙәмгә...
Йәннәтенә ишек асып торор,
Ҡөҙрәте киң барса ғәләмгә...
Был донъяла ҡылған ғәмәлдәрҙе
Үҙе үлсәр Хоҙай яң(ы)лышмай...
Күпте кисерһәк тә шөкөр итеп,
Йәшәр кәрәк беҙгә аҙашмай.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Хәдимә Солтанова
Читайте нас