

Йөрәк - иләк, уның аша үтә,
Һүҙҙең яманы ла, яҡшыһы.
Ҡайғыһы ла, шатлыҡ-ҡыуанысы,
Ғәмәлдәрҙең яҡшы-шаҡшыһы...
Татлыһы ла, әсеһе лә мулдан
Иләк аша үтә, иҫ китмәй.
Бешектем мин хәҙер был тормошта,
Йыҡһалар ҙа торам, бирешмәй.
Яҙмышымдан мөғжизәләр көтөп,
Йөрәк- иләгем дә тынсыны.
Юҡҡа-барға башты ҡатырғанмын,
Йөрәгем дә шуға йонсоно...
Доғаларым менән шифаланым
Йөрәк-иләгемдең яраһын.
Нахаҡтары доға ҡөҙрәтенән
Аша үтеп кенә ҡараһын!
Фото: https://unsplash.com/