

Байрамыбыҙ ҡунаҡтары - хеҙмәт ветерандары, ғүмерҙәрен ауыл тормошо менән бәйләп, лайыҡлы ялға сыҡҡан ауылдаштарыбыҙ булды. Ысынлап та, улар ауылыбыҙҙың хеҙмәткә лайыҡ кешеләре. Улар донъяның әсеһен дә, һуғышын да, әфәтен дә үҙ елкәләрендә күтәргән, әлеге быуын рәхәт тормошта йәшәһен өсөн ғүмерен дә, сәләмәтлеген дә йәлләмәгән оло йөрәкле ауылдаштарыбыҙ.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Шаһиев Әнүр Әҙһәм улы байрам менән ҡотланы һәм быйыл үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын ҡаршы алған ауылдаштарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ауылдың ветерандар советы рәйесе Ғөбәйҙуллина Йәмилә Нәғим ҡыҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Байрам концертын ҡыҙҙарҙың моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Зилә Шәрипова, Рима Усманова һәм Мәрзиә Лутованың моңло тауышлы йырҙары өлкәндәргә байрам бүләге булып яңғыраны. Шулай уҡ кисәбеҙҙә ҡумыҙсы ҡыҙҙарыбыҙ ҙа сығыш яһаны. Авзал Гутов һәм Шамил Сәмиғуллин гармун көйҙәренән теҙмә уйнап ауылдаштарыбыҙҙы берсә йырлатып, берсә бейетеп тә алдылар. Байрам сәй табыны артында дауам итте.
Фото: https://vk.com/club140866543