Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Сентябрь 2022, 12:00

Күңелдәрҙе йылытыр мәҙәниәт усаҡтары

Үткән аҙна “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә, Ишембай районы муниципаль район хакимиәтенең ярҙамы менән үткән ремонт эштәренән һуң Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто тантаналы асылды.

Күңелдәрҙе йылытыр мәҙәниәт усаҡтары
Күңелдәрҙе йылытыр мәҙәниәт усаҡтары

Ҡунаҡтар араһында БР Мәҙәниәт министрлығының Социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Ирек Иманғәлин, Башҡортостандың Республика ойошмаһы рәйесе, Дөйөм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Александр Кузьменко, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектының йәмәғәт советы ағзаһы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Айгөл Усманова, район хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы ӘлфиәТимербулатова һәм башҡалар бар ине. Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто 1963 йылда төҙөлгән. 2014 йылда ҡыйығы яңыртыла, 2017 йылда “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” конкурсы сиктәрендә сәхнә кейемдәре, проектор һәм принтер һатып алына. Бөгөн Әхмәр ауылында туғыҙ йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. «Әхмәри» театр түңәрәгенә, “Аҡ тирмә” фольклор коллективына, “Тулған ай” вокаль ансамбленә, “Шаян ҡыҙҙар” ҡатын-ҡыҙҙар бейеү коллективына халыҡ ҙур теләк менән йөрөй.

Ауылда ижади кешеләр йәшәй. Улар район-ҡала, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Быйыл 11-се класс уҡыусыһы Юлиә Хәкимғужина“Һылыуҡай – 2022” район конкурсында Гран-при яуланы, ә студент Урал Таһиров “Йөрәк һүҙе” телевизион конкурсында “Тамашасылар һөйөүе призы” лайыҡ булды. «Берҙәм Рәсәй» федераль партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә түшәм панелдәре һатып алынған, электр бағанаһы тулыһынса алмаштырылған, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, таҡта иҙәндәр плиталарға, линолеумдарға алмаштырылған, стеналар буялған, грим эшләү бүлмәһе ишеге, мәғлүмәт стендтары, тәҙрәләр тулыһынса яңыртылған.

Шулай уҡ тауыш һәм яҡтылыҡ аппаратураһы, компьютер, ноутбук, принтер, фотоаппарат, музыка ҡоралдары: ҡумыҙ, баян, гармун һатып алынған. Алып барыусылар өсөн костюмдар, милли башҡорт, концерт-хор, балалар һәм үҫмерҙәр бейеүҙәре комплекттары, милли мари һәм татар костюмдары, Һылыуҡай һәм Ҡарһылыу костюмдары тегелгән. Мәҙәниәт йорто икенсе һулыш алған.

- Федераль проект сиктәрендә Әхмәр мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яңыртылды. Республика буйынса йыл һайын ун бишләп ауыл клубы яңыртыла. 2017 йылдан алып эшләп килгән был проектта Ишембай ауылдары әүҙем ҡатнаша, йыл һайын ғаризалар бирә. Әхмәр мәҙәниәт усағын төҙөкләндереүгә 3 миллион һумдан ашыу аҡса китте. Ауыл мәҙәниәтен үҫтереүҙә ошондай проекттар ярҙамға килә. Киләһе йылдарҙа ла Ишембай районы бындай сараларҙа әүҙем ҡатнашыр тип уйлайым, - ти Ирек Камил улы.

Мәҙәниәт йортоноң тирә-яғы байрамса биҙәлгән. Килгән ҡунаҡтарҙы “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективы ҡаршы алды. Милли ризыҡтарҙан ауыҙ иткәндән һуң улар мәҙәниәт йорто алдына юлланды, күргәҙмә, мастер-класс өҫтәлдәре менән танышты, башҡорт тирмәһен ҡараны. Артабан ҡунаҡтар залға үтте. Сәхнәлә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектын уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн муниципаль район хакимиәтенең почет грамотаһы менән Әхмәр ауыл Мәҙәниәт йорто мөдире Минзәлә Муллагилдина, Әхмәр ауылы Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гәүһәр Вәлидова, Әхмәр ауыл китапханасыһы Альбина Насырова наградланды. Ирек Камил улы БР Мәҙәниәт министрлығы мәҙәни-ял итеү үҙәге муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Филүсә Әминованы, “Сервис плюс” муниципаль бюджет учреждениеһы директоры Рәлиф Мурзинды Рәхмәт хаты менән билдәләне.

Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Минзәлә Муллагилдина үҙенең шатлығы менән бүлеште:

- Был сараны ауыл халҡы бик көттө. Проект сиктәрендә клубыбыҙ яңы төҫ алды. Төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Музыкаль ҡорамалдар, милли кейемдәр тегелде, тәҙрәләргә яңы шаршауҙар алынды. Ремонт эштәрендә үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр, ауыл халҡы ла ҙур ярҙам күрһәтте. Беҙ барыһына ла ҙур рәхмәтлебеҙ!

Яңыртылған Әхмәр мәҙәниәт йорто сәхнәһендә әҙерләнгән сағыу концерт иң матур тойғолар ҡалдырҙы. Эйе, халыҡ берҙәм, егәрле, дәртле булған ерҙә эштәр ҙә алға барыр, мәҙәниәт усаҡтары ла гөрләп торор.


Автор фотолары.

Күңелдәрҙе йылытыр мәҙәниәт усаҡтары
Күңелдәрҙе йылытыр мәҙәниәт усаҡтары
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: