Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Сентябрь 2022, 14:00

Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң

Ағымдағы йылдың февраль айында Аҙнай ауыл клубына Нурзидә Солтанова мөдир итеп тәғәйенләнде. Ауылдың мәҙәни тормошо, киләсәккә пландары менән танышыу өсөн уның менән бәйләнешкә индек.

Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң
Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң

Нурзидә Шамил ҡыҙы үҙе лә Аҙнай ауылынан, ғаиләһе менән күрше Этҡол ауылында йәшәй. Тормош иптәше Рөстәм менән өс бала үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Нәркәс - 2-се башҡорт гимназия-интернатында, уртансы улдары Илназ Этҡол ауыл мәктәбендә уҡый. Өс йәшлек улдары Радий балалар баҡсаһына йөрөй. Рөстәм вахта ысулы менән ситтә эшләй. Күп балалы йәш ғаилә Рөстәмдең тыуған ауылы Һайранда йорт һала, күпләп ат аҫрай. 

Быға тиклем мәҙәниәт өлкәһендә эшләү тәжрибәһе булмағанға күрә, Нурзидә тәҡдим ителгән вазифаға ризалашырға ҡыймай тора. Шулай ҙа ауылдаштары йәш белгескә өмөттәр бағлап, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдереп дәртләндергәс, эшкә тотона.

Ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары халыҡтың йыйылып күңел асыр ҙа, мөһим хәл-ваҡиғаларҙы кәңәшләшеп хәл итер өсөн дә төп урын икәнлеге һәр кемгә яҡшы билдәле. Аҙнайҙар ҙа элекэлектән байрам булһынмы, йыйылышмы – иң тәүҙә клубҡа йыйыла. Мәҙәниәт усағы гөрләй икән, тимәк ауыл да йәшәй. Ә ул усаҡты гөрләтер, халыҡты бергә ойошҡанлы йыйыусы кешеһе булыу ҙа бик мөһим. Шулай булғас яңы клуб мөдире елкәһенә ҙур ғына бурыс йөкмәтелгән.

- Этҡол ауыл биләмәһе, Этҡол, Уразбай ауылдары мәҙәниәт йорттары, китапханалары хеҙмәткәрҙәре, Аҙнай халҡы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Күләмле мәҙәни сараларҙы бергә кәңәшләшеп ойошторабыҙ, өмәләргә лә берҙәм сығабыҙ, - ти Нурзидә Шамил ҡыҙы.

Күптән түгел ауылда уҙғарылған “Көҙгө һабантуй” байрамы - ошо осорҙа Аҙнайҙа булған иң ҙур сараларҙың береһе. Байрам барышында клуб мөдире һәм «Миләш» ансамбле ҡасандыр бер кәсеп төрө булып торған һалабаш һалыу, йүкәнән ҡап һуғыуҙы, боронғо кис ултырыуҙы таҡмаҡ, бейеүҙәре менән аралаштырып, сәхнәләштереп күрһәтте. Районда был йоланы тәүгеләрҙән булып иҫкә төшөрҙө аҙнайҙар.

- Дәртле, уңған, тырыш ҡатынҡыҙҙарыбыҙ бар ергә лә өлгөрә! – тип уртаҡлаша Аҙнай ауылы депутаты Рәйфә Иманғолова. - Яҙғы өмәләр, йәйен сүп үләндәрен сабыу, һыу буйҙарын таҙалау, ағастарҙы ағартыу, өмәселәрҙе һыйлау, төрлө күңелле саралар ойоштороу - килен төшөрөү, һыу башлатыу, һабантуйҙар үткәреү, онотолған эштәрҙе тергеҙеү, йолаға әүерелдереү һәм башҡа бик күп эштәр башҡара беҙҙең Аҙнай клубында эшләп килгән “Миләш” төркөмө һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы. Быйыл ғына эш башлаған Нурзидә Шамил ҡыҙының эшен еңеләйтеп, үҙҙәре үк тәҡдимдәр керетеп, клубты йәнләндереп, ауылдаштарҙың күңелен күрә улар.

Иллене үтеп, һикһәнгә етеп килеүсе ҡатындарҙан торған “Миләш” төркөмө ҡатнашыусыларын Рәйфә Иманғолова һүҙҙәренә таянып, берәмләп атап үтеү ҙә артыҡ булмаҫ. Иң оло артист - Минзилә Хәйруллина ғүмерен медицинаға бағышлаған кеше. Ишембайҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас ире менән ауылға ҡайтып төпләнәләр. Клуб өсөн, сәхнәлә уйнар өсөн бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай: юҡты бар итергә тырышып, дәртләнеп йәшәй. Фирҙәүес Кинйәбулатова, йәше етмешкә яҡынлағанда, Рәсәй почтаһында эш башлаған. Үҙ эшен яратыуы уға яңы көс өҫтәйҙер, күрәһең. Төрлө идеялар ҙа тап унан сыға. Розалия Халикова иһә бәләкәй ҡыҙҙарҙы бейеүгә өйрәтә. Ҡатынҡыҙҙар советы рәйесе Шәүрә Усманова тормош иптәше, ауыл старостаһы, концерттарҙа үҙенең моңло тауышы менән ауылдаштарҙы һоҡландырыусы Ғәлинур Усмановтың уң ҡулы - ошо ҡатын-ҡыҙҙарҙы ойоштороусы, әйҙәүсе, оло хөрмәткә лайыҡлы кеше ул. Әлфиә һәм Нурия Насыровалар тураһында ауылдаштары “республика кимәленә сығырлыҡ йырсылар”, тиҙәр. Әлфиә Насырова оҙаҡ йылдар клуб мөдире булып ваҡытында йәштәрҙе оҫта ойошторһа, хәҙер ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙенең моңло, мәғәнәле йырҙарын халыҡҡа бүләк итә. Аҙнай башланғыс мәктәбендә 40 йыл балаларға белем биргән Нурия Насырованың бәрхәттәй йомшаҡ тауышы, үҙенсәлекле йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килә. Ауылға килен булып төшкәндән алып оло йәштәгеләрҙе өйҙәренә барып ҡараусы Азалия Зиннәтуллина, йәшләй генә тол ҡалып дүрт малайҙы аяҡҡа баҫтырған Альмира Кинйәбаева, ауылда мәсет эшләһен, кеше йөрөһөн, тип аҙ көсөн һалмаған Зәйтүнә Аралбаева, бер эштән дә ҡурҡып тормаған, юғалып барған йола - ҡара һағыҙ ҡайнатыу оҫтаһы Зөлфиә Ваһапова, гармунсы Дамир Латыпов... Тап улар ауылға йәм бирә, йән өрә, Нурзидә Солтанова менән бергә мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәйҙәр.

Ауыл яйлап олоғая, ә клуб мөдиренең йәш булыуы йәштәрҙе ылыҡтырыр, тигән ышаныста аҙнайҙар. Һуңғы йылдарҙа тынып ҡалған клубта шәмбе көндәре дәртле
бейеү көйҙәренең яңғырауы ла быға өмөт уята.

Ауылдың мәҙәни тормошон төрлөләндереп, бығаса үткәрелмәгән ҡыҙыҡлы саралар уҙғарырға, онотолоп барған йолаларға яңы һулыш бирергә тигән уй-теләк менән эшләй яңы мөдир.


Фотолар Нурзидә Солтанова архивынан.

Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң
Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң
Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң
Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң
Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: