Сараның төп өлөшөндә яратҡан ризығыбыҙҙың тыуған иле, беҙҙең яҡҡа килеп сығышы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән таныштырып үттек.
Артабан, хәрәкәттә — бәрәкәт, тигәндәге кеүек, ошо йәшелсәне ҡулланып уйындар һәм башҡа ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо.
Ауылдаштарыбыҙ байрамға буш ҡул менән килмәне. Картуфтан яһалған кәтлит, бәрәмәстәр, ҡыҫтыбый, бәлеш, манты, салаттар һәм башҡа телде йоторлоҡ тәмлекәстәр байрам табынында үҙ урынын алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу бешереү серҙәре менән уртаҡлашып сығыш яһаны. Ҡыҙыҡһынған хужабикәләр бер-береһенә һорауҙар бирҙе, кәңәштәргә ҡолаҡ һалды.
Сара һуңында ҡатнашыусылар һәм тамашасылар картуфтан әҙерләнгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте. “Бәрәңге байрамы” барыһының да күңеленә хуш килде.