

Бәрелдең ней, бәрелмәнең -
нәфрәт тулһа күңел йөҙөңә.
Туҡта... Һин бит кеше, тәгәрәмә,
бысраҡ япма атлар теҙеңә.
Рәнйетелеп, күпме илаған бар,
һинән дә һуң уҙыр был бөтмөш,
яман һипкән әсе телдәргә лә
еңел түгелдер ул был тормош?
...Сайпылған һыу күнәгенә,
бәрәбәр ҡылған бәйел.
Ней саҡлыға, өҫтөн йөҙәһең.
...Күрһәтер һинең күңел!...
Фото: https://unsplash.com/