

Йәшәр кәрәк,
Күп кешегә,
Рәхмәт әйтер һүҙҙәрем бар.
Миңә ярҙам иткәндәргә
Ярҙам ҡулы һуҙаһым бар.
Тормош йөгөн,тим,тартырға
Биштән быуып билдәремде.
Бер көн килеп табыныма
Саҡырырға иң -иңдәрҙе.
Күңелемдең түрҙәренән
Улар күптән урын алған.
Була -була ул ҡиммәттәр,
Аҡсаларға һатылмаған.
Йәшәр кәрәк,
Сәләм биреп,
Ҡандай алһыу таңдарыма.
Мин бит әле артылмаған
Бейек -бейек тауҙарыма.
Йәшәр кәрәк,
Ҡояш кеүек,
Һөйөү һибеп тирә-яҡҡа.
...Бына шундай уйҙар менән
Туҡ -туҡ итеп йөрәк ҡаға:
Йәшәр кәрәк, йәшәр кәрәк...
Фото: https://unsplash.com/