

3 сентябрь көндө Яңы Һәйет ауылында ағинәйҙәребеҙ менән йәмле Ерексә буйында "Ҡатыҡ байрамы" тип исемләнгән фольклор байрамы үткәрҙек. Ҡыҙҙар менән альяпҡыстар тектек, тип хәбәр иткәйнем инде, шул альяпҡыстарҙы ҡыҙҙар инәйҙәргә бүләк иттеләр.
Ағинәйҙәребеҙ усаҡ яғып ҡорот ҡайнаттылар. Вәлиә Кашаф ҡыҙы балаларға һөттән төрлө ризыҡтар эшләнгәнен бәйән итһә, Сәғиә Зата ҡыҙы ҡороттоң ифратта ныҡ файҙалы икәнен, хатта борон олатайҙар ыҫланған ҡоротто оҙайлы сәфәргә алыуын һөйләне. Ә Флүрә Фәйзулла ҡыҙы ҡыҙҙарға һәм байрамға килгән йәш килендәргә ҡатыҡты эретмәй генә ҡорот ҡайнатыу серҙәре менән уртаҡлашты. Балалар менән ҡуйыртмаҡ та ялаштыҡ. Кем алыҡ уйынында Айназ улыбыҙ ал бирмәне. Малайҙар бура һуғыу уйыны уйнаны. Уларға Мәһиҙә инәләре күстәнәс тә таратты.
Байрам уйын-көлкө менән дауам итте. Усаҡта сажлап сәй ҡайнаны, әлбиттә, әсәйҙәр бешеренеп килгәйне. Әсәйҙәр килтергән тәмлекәстәр менән ҡоротлап сәй эсеп таралыштыҡ.